+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 11:14
Бөгөн «Һуңғы ҡыңғырау – 2020» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә
Сығарылыш синыф уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау – 2020» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла ала. Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул бөгөн, 25 майҙа, онлайн рәүештә үтәсәк.
Трансляция Рәсәй Мәғариф министрлығының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә
https://vk.com/minprosvet
Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сығарылыш синыф уҡыусыларын флешмобтар, күренекле кешеләр, блогерҙар, йырсылар һәм алып барыусылар менән тура бәйләнештәр көтә. Улар мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән бүлешәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһы арҡаһында бөтә ил буйынса «Һуңғы ҡыңғырау» байрамдары онлайн рәүештә генә уҙғарыла. Ә республикабыҙҙа уны 29 майҙа ойоштороу ҡаралған.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән