+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 16:32

Эске туризм хуплана

ТАСС хәбәр итеүенә, Рәсәйҙә 1 июндән эске туризм буйынса сикләүҙәр йомшартыла башлаясаҡ.

Иң тәүге этапта медицина лицензияһы булған шифаханалар асыла. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт курорт, пляж, круиздарҙы асыу ҡағиҙәләре буйынса эшләй башлаясаҡ. Туризм өлкәһен карантиндан сығарыу этаптары тураһында рекомендациялар 1 июндә билдәле буласаҡ. Коронавирус Рәсәйгә ситтән инде. Икенсе тулҡын башланыуы хәүефе лә юҡ түгел, тиҙәр. Шуға күрә һаҡланыу саралары иғтибар үҙәгендә ҡала. Сит илдәргә сыҡмау тураһындағы кәңәш көнүҙәк булып ҡала. Ә кемдәр сит илдән ҡайта, улар үҙҙәре иҫәбенә ике аҙналыҡ үҙизоляцияға китеү ҡағиҙәһен үтәйәсәк.
Читайте нас: