+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 07:48

Яңы белем биреү комплексы асылды

Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшиндың исемен йөрөткән мәктәптең яңы бинаһы асылды. Ул балалар баҡсаһы менән бергә урынлашҡан.

Асыу тантанаһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ҡатнашты. Яңы белем усағы «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» һәм «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Элекке бинаһы 1967 йылда һалынған, хәҙерге талаптарға тура килмәгән була. Әлеге белем биреү комплексында заманса бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Мәктәп 80 уҡыусыға иҫәпләнһә, балалар баҡсаһы – 40 тәрбиәләнеүсегә.


Читайте нас: