+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 15:00

Өфөлә яңы туҡталыштар булдырыласаҡ

Баш ҡалала өс яңы йәмәғәт транспорты туҡталышы булдырыла.

Улар- Нуғай шоссеһында "Нуғай" мәсете", Армавир урамында "Көньяҡ полюс" сауҙа үҙәге, Базилевка ҡасабаһында "Базилевка" туҡталыштары. Шулай уҡ Ғафури урамындағы "2-се мәктәп-лицей", З.Вәлиди урамындағы "Ленин исемендәге парк", "Михайловка боролошо" туҡталыштары саҡ ҡына элекке урындарынан күсереләсәк. Әле Өфөлә барлығы 1 мең 200-ҙән күберәк автобус туҡталышы бар.
Читайте нас: