+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 08:32

Музыкаль белем биреү учреждениеларына ҡоролмалар алынды

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Салауат музыка колледжы һәм Учалы районы Уральск ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә музыка һәм техник ҡоролмалар алынды.

Колледж өс «Михаил Глинка» фортепианоһын ҡабул итте.
– Был беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға, ҡыуаныс. Фортепиано – сольфеджио, музыкаль әҙәбиәт үткәрелгән теоретик синыфтар өсөн. «Мәҙәниәт» милли проекты беҙҙең музыкаль фондыбыҙҙы тулыландырырға мөмкинлек биргәне өсөн шатбыҙ. Оҙаҡламай тәүге концерт роялебеҙ ҙә буласаҡ, – ти колледждың директоры Лилиә Аллапаева.
Ә Учалы районындағы балалар сәнғәт мәктәбенә «K.Kawai» рояле, ике «Pearl River», ике һанлы фортепиано, шулай уҡ техник ҡоролмалар алынды.


Читайте нас: