+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 08:45

Шишмә районында ете яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла

Шишмә районында ете өр-яңы мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы ошо көндәрҙә асыу күҙаллана.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған һәр мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙ йыйылмалы конструкцияларҙан тора, уларҙы йыйыуға 2-3 көн ваҡыт та етә, унан һуң аҙна буйына ҡоролмалары урынлаштырыла.
Райондарҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаторийҙар менән тәьмин итеүгә, хәҙерге медицина ҡоролмалары һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 270 миллион һум аҡса бүленгән.



Читайте нас: