+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2020, 13:00

Рәсәйҙә коронавирусты дауалау өсөн тәүге дарыу уйлап табылған

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хуплау тапҡан дарыу "авифавир" тип атала. ТАСС белдереүенсә, ул Японияла 2014 йылдан бирле ҡулланылып килгән "фавипировир" тигән вирусҡа ҡаршы препаратҡа нигеҙләнеп эшләнгән.

Клиник тикшереүҙәр барышында препараттың коронавирусҡа ҡаршы 80 процент осраҡта файҙаһы иҫбатланған. "Авифавир" дарыуханаларға һатыуға сығарылмаясаҡ. Медицина учреждениеларына контракт буйынса таратыласаҡ. COVID-19 вирусына ҡаршы препаратты дауаханаларҙа 11 июндән ҡуллана башлау планлаштырыла.
Читайте нас: