+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 12:00

Ҡала көнөнә виртуаль концерт залы асыла

Сибайҙа «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә виртуаль концерт залы асыласаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбе һайлап алыу конкурсы еңеүселәренең береһе булғайны.

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа 1 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Мультимедия ҡоролмаһы алынған, экран яңыртылған. Виртуаль концерт залын Ҡала көнөндә августа асыу күҙаллана. Милли проект сиктәрендә шулай уҡ Сибайҙың балалар сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары ла алынған.
Сибайға эш сәфәре барышында республикабыҙҙың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары менән танышты. Ул «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Сибай дәүләт филармонияһында алып барылған төҙөкләндереү эштәрен дә ҡараны.
Читайте нас: