+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 11:39

Изге эштән һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

Бөгөн, 1 июндә, Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы «Беҙ балалар өсөн бергә» хәйриә телемарафонын ойоштора.

Әйткәндәй, әлеге фонд дауаланырға мохтаж балаларға ярҙам күрһәтә. Проекттың эшләү осоронда ошо маҡсатҡа 70 миллиондан ашыу аҡса тотонолған. Ярҙамды Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу сирле бала алған.
1 июндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларын опера һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә. Республикабыҙҙың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостан Халыҡтары дуҫлығы ордены кавалеры, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Грэмми» премияһына эйә булыусы Илдар Абдразаков, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Иван Васильев, «Премьер» төркөмө, «Тауыш» проектында ҡатнашыусылар Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова һәм башҡа бик күптәр сығыш яһаясаҡ.
Телемарафон барышында 7 йәшлек Марк Терентьев, 8 йәшлек Миша Манулин һәм 9 йәшлек Валя Рувеннаяға аҡса йыйыласаҡ. Изге эшкә һәр теләүсе ҡушыла ала. Бының өсөн бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын асырға онотмағыҙ. Ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: