+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 09:46

Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә ял итәсәкбеҙ

Ниһайәт, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө билдәле булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡул ҡуйған указына ярашлы, был мөһим сара 1 июлдә үтәсәк. Ил етәксеһе барыһын да әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Төп ҡанун беҙҙең ил тормошоноң, беҙҙең тормоштоң һәм балаларыбыҙҙың нигеҙен билдәләй, тип тә белдерҙе ул. Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһына, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә, төбәктәр етәкселегенә һайлау участкаларында тулы хәүефһеҙлекте тәьмин итергә лә ҡушты.
Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, был көн ял көнө тип иғлан ителәсәк.


Читайте нас: