+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 18:55

"Шатлыҡ"тарҙың оло еңеүе!

Өфөлә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Таланттар йондоҙлоғо" IX республика асыҡ конкурсының икенсе этабы тамамланды.

Быйыл көтөлмәгән эпидемияға бәйле, конкурстың I, II турҙары онлайн форматта үтте. Нисек кенә булмаһын, жюри 150 баланың ижад эшен бик ентекләп ҡарағандан һуң, 40 уҡыусы финалға үткән. Ә инде көҙ айында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармония сәхнәһендә уҙасаҡ.
Читайте нас: