+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 07:38

Буласаҡ хореографтар, режиссёрҙар, актёрҙар, йырсылар уҡыясаҡ

Cтәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы бинаһына капиталь ремонт яһала. Проекттың дөйөм хаҡы 119 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Уҡыу йортон ремонтлау «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Һуңғы ваҡытта был колледж студенттары ҡыҫынҡы шарттарҙа, үҙҙәренең ятаҡтарында шөғөлләнергә мәжбүр булған. Сөнки уҡыу корпусы авария хәлендә тип табылған.
Алдағы киләсәктә төҙөкләндерелгән бинала хореографтар, режиссёрҙар, актёрҙар, йырсылар уҡыясаҡ. Студенттар өсөн ҙур һәм бәләкәй хореография залдары, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт һәм тамаша залдары барлыҡҡа киләсәк. Капиталь ремонтты ноябрь аҙағына тамамлау күҙаллана.

Читайте нас: