+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 17:28

"Серәкәй коронавирус йоҡтормай"

Йәй етеү менән серәкәйҙәр ҙә күбәйҙе.

Быйыл уның тешләүенән айырыуса ҡурҡыуыбыҙ сер түгел. Өр-яңы ҡороғорвирус шикләндерә бит, уның тураһында беҙ түгел, табиптар, эпидемиологтар ҙа барыһын да белеп бөтмәй әле. Ә серәкәй тешләп, сир йоҡторһа, тигән имеш-мимеш бар. Юҡ, Аллаға шөкөр, йоҡтормай икән. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөн үткән брифингта Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Марина Скотарева күптәрҙе борсоған һорауға: "Юҡ, серәкәй коронавирус йоҡтормай",- тип яуапланы.
Читайте нас: