+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 15:10

Еңеүсе – Баймаҡтан!

"Бәйләнештә" һәм "Инстаграм" социаль селтәрҙәре аша ойошторолған "Бергә уҡыйбыҙ" республика фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Унда республиканың барлыҡ мәктәптәренән 444 баланың эше ҡаралған.

Баһалама ағзалары ижад эшенең эстетик яҡтан тура килеүенә һәм теманы асып бирә алыуына ҙур иғтибар бирә. Шулай итеп, еңеүсе Баймаҡ районынан! Кем, тиһегеҙме? Ул – Муллаҡай мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Руслан Нурасов! Лайыҡлы рәүештә I урынды Руслан яулай. Шәп уҡыусыны еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Уңыштар һиңә! Маладис, Руслан!
Читайте нас: