+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 16:55

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

2019 йыл аҙағында "Спорт – йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостандың 20 районына ГТО майҙансыҡтарын булдырыу өсөн аҡса бүленгәйне.

Нуриман районы ла шундайҙар иҫәбенә индерелгән. Әле райондың Красная Горка ҡасабаһында булдырылған майҙан 315 квадрат метр үлсәмендә бөтә заман талабына тура килтерелеп төҙөлөп бөткән. Бигерәк тә майҙансыҡтың ере йомшаҡ резина менән түшәлеүе отошло, йәрәхәт булмаһын өсөн шулай булыуы һәйбәт. Унда бөтәһе 21 төрлө тренажёрҙар урынлаштырылған. Бында бар теләгән кеше шөғөлләнә аласаҡ. Тик әлегә коронавирус пандемияһына бәйле майҙансыҡҡа йөрөмәйҙәр.
Читайте нас: