+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 09:31

Мәктәптәр «Мәғариф» милли проект сиктәрендә төҙөлә

Быйыл Башҡортостанда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 310 урынлыҡ ике мәктәп сафҡа инәсәк. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп менән бергә 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы Нуриман районы Первомайск ауылында төҙөлә. Уны ошо йылдың 30 авгусына тиклем тамамлау планлаштырыла. Шаран районы Шарандағы 1-се мәктәптә башланғыс синыфтарҙың уҡыу корпусына төкәтмә эшләнә. Эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамлау ҡаралған. 2021 йылда Нефтекаманың 24-се микрорайонында 1 мең 225 урынлыҡ белем усағы төҙөлөп бөтәсәк.
Әйткәндәй, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә быйыл 42 «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлешендәге үҙәк асыла. 101 белем биреү учреждениеһында һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ «IT-куб» балаларҙың һанлы белем биреү үҙәге булдырыласаҡ. Ауылдарҙағы 48 мәктәптең һәм 2 махсус интернат-мәктәптең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.

Читайте нас: