+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 18:32

Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-саралар әҙерләгән

Республика халыҡ ижады үҙәге Рәсәй һәм Ҡала көндәренә махсус программа әҙерләгән.

Учреждениеның онлайн-сараларына 12 июндә ошо һылтанмалар буйынса ҡушылырға мөмкин:
«Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/rcntufa;
YouTube-каналында http://www.youtube.com/c/РЦНТРБ;
«Инстаграм»да https://www.instagram.com/rcnt_rb;
«Фейсбук»та https://www.facebook.com/RSNTRB.
Байрам менән үҙәк хеҙмәткәрҙәре, «Дәрүишхан» рок төркөмө, 63494 ғәскәри частың тынлы оркестры ҡотлаясаҡ. Социаль селтәрҙәрҙә ултырыусылар шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының билдәле халыҡ ижады коллективтары, төрлө йылдарҙағы «Душа России» премияһы лауреаттары видеоҡотлауҙарын да ҡараясаҡ.
Байрам уңайынан республика халыҡ ижады үҙәгендә фотокүргәҙмә эшләйәсәк, республика халҡы байрам концерты ҡарарға ла саҡырыла. Унан тыш, үҙәктең Күмертауҙағы филиалы Рәсәй һәм Ҡала көндәренә арнап, үҙешмәкәр ижади коллективтарҙың флешмобын ойошторасаҡ.
Читайте нас: