-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 15:22

Экскурсияға рәхим итегеҙ!

«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы байрам һәм үҙенең тыуған көнө уңайынан 12 июнь көндө бушлай экскурсия үткәрә.

Әйтергә кәрәк, тарихи парк шәхсән кешеләр, шулай уҡ төркөмдәр өсөн дә эшләй. Урындар һаны сикле булыу сәбәпле,
286-60-66 телефоны аша яҙылырға кәрәк. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ, килеүселәр битлек һәм бирсәткәләрҙә генә индерелә.
Был көндө баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс танып белеү экскурсиялары көтә.
11:00 – «Тәүге Рюриковичтар».
12:00 – «Бөтә донъя һуғышы».
13:00 – «Сыуалышлы ваҡыт».
14:00 – «Леонид Брежнев ваҡытында СССР-ҙың тышҡы сәйәсәте».
15:00 – «Иван Грозный».
16:00 – «Бөйөк Ватан һуғышы».
17:00 – «Һарай боролоштары».
18:00 – «Кариб көрсөгө».
Тарихи парк хеҙмәткәрҙәре онлайн-программа ла әҙерләгән. Уларҙы «Бәйләнештә», «Инстаграм» селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә ҡарарға була. Унда видеояҙмалар һәм викториналарҙан тыш, видеоэкскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ.
Читайте нас в