+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 09:56

Юғары хеҙмәт хаҡы түләнәсәк

Рәсәйҙә 1 июлдә эшкә сығыусылар юғары хеҙмәт хаҡы аласаҡ. Был хаҡта Федерация Советының социаль комитеты башлығы Инна Святенко хәбәр итте.

1 июль Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө үтә. Был көн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ял көнө тип иғлан ителгән. Тауыш биреү һайлау участкаларында һәм ошо билдәнгән ваҡытҡа тиклем алты көн буйына асыҡ һауалы майҙансыҡтарҙа уҙғарыла. Һайлаусыларға битлектәр, бирсәткәләр һәм ручкалар таратыласаҡ, ингәндә һәр береһенең температураһын үлсәйәсәктәр.


Читайте нас: