+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 10:09

12 июнь - Рәсәй көнө

Бөгөн Өфө ҡалаһының тыуған көнө генә түгел, Рәсәй көнө лә билдәләнә.

Шул айҡанлы баш ҡалала "Рәсәй таҫмаһы" патриотик акцияһы уҙа. Иртәнге 11-ҙән "Каруанһарай", Салауат Юлаев майҙаны, "Ирәмәл" сауҙа үҙәге һәм тағы бер нисә урында Рәсәй флагы төҫтәренән торған таҫмалар таратыласаҡ. Был сара халыҡтың берҙәмлеген, илгә ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоларын символлаштырыуға йүнәлтелә.
Шулай уҡ Өфө халҡы көндөҙгө сәғәт 12-лә асыҡ тәҙрәләрҙән һәм балкондарҙан күмәкләп Рәсәй гимнын башҡарыуға ҡушыла ала. Ә кискә "Вся Уфа" телеканалынан байрам концертын ҡарарға мөмкин.
Өфө ҡалаһының тыуған көнө айҡанлы саралар көҙгә, 11 октябрҙә, ойоштороласаҡ. Донъялар имен торһон!
Читайте нас: