+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 23:43

БДИ буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» үткәрелә

18 июндә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Ситуацион-мәғлүмәт үҙәге 2020 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүгә арналған «ҡыҙыу бәйләнеш» ойоштора.

Уның трансляцияһы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең https://vk.com/rosobrnadzor төркөмөнән алып барыласаҡ. Ведомствоның ваҡытлыса етәксе ролен башҡарыусы Анзор Музаев сығарыш синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусыларҙың БДИ-ға ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирәсәк.
Әлеге мәлдә улар [email protected] электрон почтаһы һәм Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт төркөмөндә ҡабул ителә. Һорауҙарҙы «Ҡыҙыу бәйләнеш»тең тура эфир барышында ла бирергә мөмкин.

Читайте нас: