+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 00:51

1 мең сүмесбашты ҙурайтып, танылыу яулаған

Карантин арҡаһында мәктәптәрҙә имтихандар үткәрелмәгәс, Төньяҡ Ирландиянан 17 йәшлек Ханна МакСорлиның буш ваҡыты күбәйә. Ул 9 йәшлек ҡустыһын әүрәтеп, сүмесбаштарҙы йыйып ала ла ҙурайта башлай.

Ҡыҙҙың һүҙҙәренсә, быға тиклем дә ауыл балалары шулай эшләп ҡараған, тик улар күп осраҡта йәшәмәгән. Ханна сүмесбаштарҙы банкаға урынлаштыра. Улар ҙурая башлағас, баҡсаларындағы ҙур булмаған балалар бассейнына ебәрә. Ундағы һыуҙы таҙартып тора, тәрбиәләнеүселәрен бешерелгән шпинат һәм аҡ балыҡ менән һыйлай.
Тәжрибәһе көтөлмәгәнсә уңышлы килеп сыға. Бассейндарында меңләгән сүмесбаш йәшәй. Йәш хужабикә уларҙың һанын һанап та бөтөрә алмай.
Етмәһә, Ханна социаль селтәрҙәрҙә сүмесбаштар тураһындағы видеояҙмаһы менән бүлешеп, танылыу яулауға ирешә. Уның видеяҙмаһы 9 миллион лайк йыя, ҡыҙҙың 580 мең яҙылыусыһы барлыҡҡа килә.
Читайте нас: