+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 00:01

Фотоһүрәттәр конкурсы төрлө номинация буйынса үткәрелә

«Урман – беҙҙең тормош» тип аталған Бөтә Рәсәй фотоһүрәттәр конкурсы башланды.

Бәйге төрлө номинациялар буйынса үткәрелә:
– «Тыуған урмандың матурлығы» (Урман пейзаждары);
– «Урмандағы осрашыу» (Урман хайуандары, ҡоштары һәм бөжәктәре);
– «Еңеү урманы» (Бөйөк Ватан һуғышына арналған акциялар, Бөйөк Ватан һуғышының тәбиғәт ҡомартҡылары);
– «Урман бүләге» (Еләктәр, бәшмәктәр);
– «Эш мәлдәре» (Эш ваҡыты).
– «Минең урманым» (Урман ултыртыу, урман культуралары, үҫентеләр, питомниктар);
– «Мәктәп урмансылығы» (Мәктәп урмансылығы тарафынан үткәрелгән акциялар, саралар фотолары, фотоколлаждар).
Конкурсҡа эштәр 25 авгусҡа тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Һөҙөмтәләр 20 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/podslushano_u_lesnikov төркөмөндә алырға була.

Читайте нас: