+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 00:44

Тағы ла бер геоглиф барлыҡҡа килде

Омск өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «75» һаны рәүешендә урман барлыҡҡа килгән.

– Хәтер баҡсаһында яҡынса 5 мең 500 ҡарағай ултыртылған. Ағастарҙан һандар етерлек ҙур килеп сыҡҡан: һәр береһенең оҙонлоғо – 100 метр, һыҙыҡ ҡалынлығы – 10 метр. Геоглиф өсөн үҫентеләр Тюкалинск урман хужалығы питомнигында үҫтерелгән, – тип хәбәр итә өлкәнең матбуғат хеҙмәте.
Әйткәндәй, быға тиклем Тюкалинск районы совет осоронда «Ленин» һүҙе рәүешендә ултыртылған ғәҙәти булмаған урманы менән дан алған. Был билдәле геоглифты күрергә хатта икенсе ҡалаларҙан да туристар килә.
Читайте нас: