+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 08:09

Өфөлә йәшәүсе берәү Рәсәй Президентына үҙ хәлен һөйләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында иҡтисадты һәм социаль өлкәне күтәреү буйынса алда күрелгән сараларға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Өфөлә йәшәүсе берәү Владимир Путинға көрсөк ваҡытында нисек йәшәүен һөйләне. Михаил Балабанов спорт магазины менән идара иткән. Коронавирус пандемияһы арҡаһында килеме кәмегән. Үҙизоляция ваҡытында магазины ябылып торғас, ул үҙ теләге менән эшенән китергә мәжбүр булған.
– Телевизорҙан һеҙҙән программа булыуын ишетеп ҡалдым. Йәһәт кенә «Работа России» порталына индем дә 10-15 минутта эшһеҙлек буйынса түләү юллап ҡуйҙым. Тиҙ, еңел генә, – тип белдерҙе ул Рәсәй етәксеһенә.
Михаил Балабановтың өс, алты һәм ун ете йәшлек өс балаһы бар. Уларға 1 июндә 20 мең түләү алған.
– Хөкүмәт программалары эшләй. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, бөтәһенә лә ныҡ ярҙам итәһегеҙ, – тип Владимир Путинға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе Михаил Балабанов.



Читайте нас: