+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 18:15

Планшет-смартфондар бушлай таратыласаҡ

Башҡортостанда һатыуҙа үҙенсәлекле уйынсыҡ гаджеттар барлыҡҡа килде. "БашТой" компанияһы туған телдә һөйләшеүсе ҡурсаҡтарҙан тыш, башҡорт, татар телдәренә яраҡлаштырылған планшет һәм смартфондар етештерә башланы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылды.

"БашТой" йәмғиәте етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев:
– Был проектты ғәмәлгә ашырыуҙы 2019 йылдың йәйендә үк башланыҡ. Ҙур ғына халыҡ-ара компания менән контракт төҙөнөк. Әле уларҙың продукцияһы 80-дән ашыу илдә ҡулланыла, 40-тан ашыу телдә яңғырай. Беҙ 40-лаған ҡыҫҡа йырҙар, 80-ләгән ике юллыҡ шиғырҙарҙы башҡорт һәм татар телдәрендә яҙҙырҙыҡ. Бар шиғырҙар һәм йырҙар махсус был проект өсөн яҙылған. Алфавит та ике телдә. Уйынсыҡтарҙың бай дизайны ла айырылып тора. Ә, ғөмүмән, һөйләшеүсе уйынсыҡтарҙы етештереү идеяһы үҙем атай булғас ҡына барлыҡҡа килде. Уйынсыҡтар Санкт-Петербургта һынау үтте һәм хәүефһеҙлек сертификаты алды. Был планшет һәм смартфондар тиҙҙән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында бушлай таратыла башлаясаҡ.
Читайте нас: