+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 12:10

Сығарылыш кисәләре нисек үтеүе билдәле булды

Коронавирус пандемияһы арҡаһында Башҡортостанда ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек, мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләрен дистанцион рәүештә үткәреү хәл ителде.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо буйынса уларҙы үткәреүҙең берҙәм көнө итеп 27 июнь һайланған.
– Эпидемиологик хәлгә ҡарап, бәлки, республикабыҙҙың сығарылыусылары өсөн сығарылыш кисәләрен ғәҙәти рәүештә үткәреү ниәте лә бар. Сығарылыш синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләренән бик күп үтенестәр алабыҙ. Бөтәһе лә уҡытыусыларын шәхсән күрергә, синыфташтары менән осрашырға теләй. Әлегә сығарылыш кисәләрен ғәҙәти итеп уҙғарыу хәл ителмәгән. Июль аҙағын тәҡдим генә итәбеҙ, – тип белдерҙе онлайн-брифингта республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Читайте нас: