+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 07:50

Юлды ремонтлауҙың интерактив картаһы бар

Өфөлә юлды ремонтлауҙың интерактив картаһы эшләй башланы. Уның аша эштәр барышын һәм унда индерелгән сикләүҙәрҙе күҙәтергә мөмкин.

Баш ҡалабыҙҙа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 21 саҡрымға һуҙылған 22 урам йүнәтеләсәк. Әлеге мәлдә 19 объектта эш алып барыла.
Юл эштәре барған урындар картала билдәләнгән. Күк төҫтәгеһе биләмәләрҙә ремонт алып бармағанлығын күрһәтә. Һарыһы юлдарҙа йүнәтеү эштәре барышын, шул арҡала хәрәкәтләнеүҙе ҡыйынлаштырғанын аңлата. Ҡыҙыл төҫтәгеһе юлдың автотранспорт хәрәкәте өсөн бөтөнләй ябылыуын белдерә.



Читайте нас: