+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 17:00

Элекке мөхәрриребеҙҙән – гәзит-бүләк

Гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланып та килә. Өлгөр генә! Бер көн беҙҙең редакцияға элекке мөхәрриребеҙ Ғималетдин Минһажетдин улы Яруллин ағайыбыҙ шылтыратты. Әлбиттә, яҡшы хәбәр менән. Уның изгелегенә Ейәнсуранан Илгизәр ҡыуана инде. Ғималетдин ағайыбыҙ "Йәншишмә" гәзитенә подписка бүләк итте бит!

Малай ете балалы матур ғаиләлә тәрбиәләнә. Тиҙҙән үҙҙәре өсөн яҙҙырылған гәзит-бүләкте рәхәтләнеп уҡыр инде. Балаларға ҡылған изгелектең сауабы ла ҙур бит. Рәхмәт, Яруллиндар ғаиләһенә. Һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡлы ғүмер теләйбеҙ!
Читайте нас: