+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 21:50

Велосипедты прокатҡа алып йөрөргә мөмкин

Хәҙер Өфөлә велосипедты прокатҡа алып та йөрөргә мөмкин. Тик тәүҙә LuckyBike ҡушымтаһында теркәлергә, түләү өсөн картаңды бәйләргә кәрәк.

Әлеге ваҡытта ике велопарковка эшләй: Черниковка биҫтәһендәге Беренсе май урамында һәм Мостай Кәрим исемендәге урамда Профсоюздар йорто янында. 250 велосипед бар.
Киләсәктә махсус нөктәләр һанын 75-кә еткереү күҙаллана.
Велосипедты велопарковкала үҙ аллы алырға, ә һуңынан икенсеһендә ҡалдырып китергә була. Ҡулланғандан һуң велосипедты парковкала беркетеп ҡуйырға, ҡушымтала «Финиш»ҡа баҫырға кәрәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был тимер аттарҙың бер нәмәһен дә ябай инструменттар менән бороп алыу мөмкин түгел. Тимәк, уларҙың урланмауына ышаныс бар. Бындай хеҙмәт бик күп ҡалаларҙа таралған.
Читайте нас: