+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 11:55

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө

22 июнь - миллиондарса кеше ғүмерҙәрен алып киткән Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Республикала хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған саралар онлайн режимда үтәсәк. Музейҙар, китапханалар һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары ойошторған видеодәрес, күргәҙмә, ролик, презентация, спектакль, акция, флешмобтарҙан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар. Социаль селтәрҙәрҙә, YouTube каналында ҡарарға мөмкин.

Республиканың бөтә театр, филармониялары ла интернет аша сығыштарын, спектаклдәрен күрһәтәсәк. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 22 июндә YouTube каналында иртәнән кискә тиклем Ә.Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы», М.Багаевтың «Ике төш», Н.Асанбаевтың «Яралы яҙмыш», Ә. Атнабаевтың «Ул ҡайтты», У.Ғәлеевтең «Ғүмер алда әле», Ф.Бүләковтың “Шайморатов генерал” спектаклдәрен тәҡдим итә.
Читайте нас: