+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 09:17

Ике малайҙың дә үле кәүҙәләре табылған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың тәфтиш комитеты былтыр көҙ аталары менән бергә юғалған ике малайҙың, 5 йәшлек Вячеслав һәм 9 йәшлек Илья Мазовтарҙың үле кәүҙәләре табылыуы тураһындағы хәбәрҙе раҫлаған...

Әсәләре уларҙы кейемдәре буйынса таныған. 8 айға яҡын малайҙарҙың иҫән-һау булыуына булған өмөт-ышаныстар юҡҡа сыҡты. Әле балаларҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. 37 йәшлек Артём Мазовты эҙләү дауам итә. Эҙләнеү сараларында махсус криминалистик техника ҡулланыла.
Читайте нас: