Быйыл «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проектына 422 миллион йүнәлтелә. Был проект сиктәрендә федераль ҡаҙна аҡсаһына 57 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты алына, ә республика ҡаҙна аҡсаһына 15-те алыу күҙаллана. Әле 13 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү тамамланып бара.