+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 08:03

Башҡортостандан 15 медицина хеҙмәткәре орден-миҙалдарға лайыҡ булды

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин уларҙы бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Аҡ халатлыларға коронавирус менән көрәштә ҙур өлөш индергәндәре һәм һөнәри бурысын үтәгәндә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн юғары наградалар бирелде.

Документ Кремль сайтында баҫылған. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандан да 15 һаулыҡ һаҡлау вәкиле бар. Республикабыҙҙың туғыҙ табибына – Пирогов ордены, дүртәүһенә – «II дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, икәүһенә Лука Крымский миҙалы тапшырылды.



Читайте нас: