Композицияла төрлө милли кейемдәге 9 һын кәүҙәләндерелгән: фронтҡа китеүселәр һәм оҙатыусылар. Уларҙы идея авторы, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үҙ иҫәбенә эшләткән. Скульптор Вадим Кириллов авторҙар коллективы менән яһаған. Бик матур, тәрән йөкмәткеле композиция килеп сыҡҡан.
Һуғыш йылдарының тотош бер эпизодын кәүҙәләндергән был һәйкәлде күреп, яуҙа һәләк булған яҡташтарҙы, олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алыр өсөн генә лә Өфөнөң тимер юлы вокзалына барырлыҡ.