+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 10:50

Фестиваль еңеүселәре грант ярҙамы аласаҡ

Төмән ҡалаһында 25-енән 31 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары фестивале үтәсәк. Бында бөтә төбәктәрҙән дә йәш авторҙар ҡатнаша ала.

Был сара эпидемиологик хәл арҡаһында көҙгөлөккә күсерелгән «Киләсәк көҙгөһө» һәм PRO форматындағы кинофестивалдәрҙе үҙенә берләштерәсәк. Уларҙың сиктәрендә 2 миллион фонды булған грант конкурсы ла үтәсәк. Әлеге фестивалде Президент гранттары фонды, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм Төмән өлкәһе Хөкүмәте ойоштора.
Мәҙәни форумдың маҡсаты – кино сәнғәте һәм анимация өлкәһендә һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе асыҡлау һәм бүләкләү. Фестиваль үҙенә йәш режиссёрҙар, сценарий яҙыусылар, актёрҙар, мультипликаторҙар, операторҙар, монтажёрҙар, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәрҙең остаздарын йыясаҡ.
Белем алыу программаһы сиктәрендә ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренә һәм тамашасыларға үҙҙәренең фильмдарын тәҡдим итәсәк, тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Унан тыш, тәжрибәле кинематографсыларҙың оҫталыҡ дәрестәре, кино практикумдары ла үтеүе көтөлә. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең остаздары өсөн дә бай программа уйланылған.
Фестиваль еңеүселәре кино һәм анимация өлкәһендә ижади эшмәкәрлек алып барырға программа тәьминәте, ҡоролмалар һатып алыу йәки кинематография йүнәлешендә уҡыу өсөн грант ярҙамы аласаҡ.
Ғаризалар «Уйын киноһы», «Анимация», «Документаль кино», «Видеорепортаж/видеоблог» номинациялары буйынса 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс менән тулыраҡ ойоштороусыларҙың сайттарында танышырға мөмкин: e-mail: [email protected], «Бәйләнештә» селтәрендә: https://vk.com/zb_fest төркөмө, рәсми сайты: зеркалобудущего.рф.
Читайте нас: