+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 08:00

Рәсәй Президенты Еңеү парадын юғары баһаланы

Владимир Путин әйтеүенсә, Мәскәүҙәге Еңеү парадын ойоштороусылар һәм бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр ысын күңелдән тырышҡан. Был хаҡта Кремль сайтында дәүләт башлығы сығышынан стенограммала белдерелә.

Парадтан һәм Билдәһеҙ һалдат ҡәберлегенә сәскә һалғандан һуң президент Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан парад ҡунаҡтары булған дәүләт башлыҡтарын Кремлдә ҡабул итте.
– Әлбиттә, Еңеү юбилейы уңайынан Ҡыҙыл майҙанда үткән хәрби парадтар үҙенә башҡа хистәр тыуҙыра. Изге һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙ парад юғары кимәлдә үтеүен билдәләнегеҙ. Мин ышаныслы әйтә алам, беҙҙең бөтә ойоштороусылар, бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр ысын күңелдән тырышты, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты ҡабул итеү барышында.
Барыһына ла таныш ябай булмаған шарттар булыуға ҡарамаҫтан, Еңеүҙең юбилейы уңайынан тантаналы сараларға килеүсе сит ил лидерҙарына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Әйткәндәй, быйыл Мәскәүҙәге парадҡа Белоруссия, Үзбәкстан, Босния һәм Герцеговина, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Тажикстан, Сербия, Көньяҡ Осетия һәм Абхазия лидерҙары килгәйне.



Читайте нас: