+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 08:00

Яңауылдың алты ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункттары йыйыла

Яңауыл районының алты ауылында – Асауҙыбаш, Вояҙы, Ишбулды, Һандуғас, Атлығас, Игровкала модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йыйып ҡороу тамамлана. Был хаҡта республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Был фельдшер-акушерлыҡ пункттары 2 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Яңауылдың бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Иң йәш фельдшер – Асауҙыбаштан Айнур Ҡәҙеров, «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнаша. Иң тәжрибәлеһе – Ишбулдынан Эльза Сәхәбүтдинова, 1990 йылдарҙа эшләй башлаған.
Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттары авария хәлендә булған, 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткән. Яңы модулле пункттар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» программаһы буйынса алынған.




Читайте нас: