+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:20

«Киләсәккә билет» һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Июнь айынан Башҡортостанда VI – XI синыфтар өсөн «Киләсәккә билет» иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты старт алды. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы булышлығында ойошторола.

Башҡортостан был проектта өсөнсө йыл ҡатнаша. Уҙған йылда бөтә республика буйынса 30 меңгә яҡын уҡыусы электрон платформала теркәлеп, шуларҙың 25 меңе тест тапшырыуҙың өс этабын да үткән. 18 мең 500-ҙән ашыуы танышыу форматындағы сараларҙа ҡатнашҡан.
Быйыл проект өс этапта үтәсәк. Тәүгеһе – онлайн тест үтеү, ул һәләттәреңә, ҡыҙыҡһыныуҙарыңа ҡарап, үҙеңдең һөнәри үҫеш йүнәлешеңде билдәләргә ярҙам итә. Икенсеһе – практик саралар. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө һөнәрҙәр менән таныша һәм тәжрибәле педагогтар ярҙамында теге йәки был өлкәлә көстәрен һынап ҡарай ала. Өсөнсөһө – киләсәктә һөнәри үҫешеү өсөн шәхсән уҡыу планын төҙөү буйынса кәңәштәр,тәҡдимдәр.
Проекттың майҙансыҡтары июлдән ноябргә тиклем 66 йүнәлеш буйынса эшләйәсәк. Улар араһында «Хоҡуҡ тәртибен һаҡлау» эшмәкәрлеге, «Сити-фермерлыҡ», «Мобиль ҡушымталар эшләү», «3Д-модель яһау», «Электроника», «Ашнаҡсы эше», «Ресторан сервисы», «Туризм» һәм башҡалары бар.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм педагогтар яғынан проектҡа ҡыҙыҡһыныу артасаҡ.
– Әлеге йылда бөтә теләүселәр ҙә проектта ҡатнаша ала. Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге тарафынан 100 белем биреү ойошмаһы һайлап алынған. Улар проекттың майҙансығы булып сығыш яһай,ә ғаризалар килеүен дауам итә. «Киләсәккә билет» проектында ҡатнашыу мәктәп тупһаһынан һөнәри юлыңды булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Айбулат Вәкил улы.
Читайте нас: