+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 10:23

Лэпбук әҙерләү конкурсы 10 июлгә тиклем бара

Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы Экскурсиялар, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм ҡала үҙәге менән берлектә лэпбук әҙерләү буйынса «Балалар белергә тейеш» тигән конкурс үткәрә.

Ул «Хәүефһеҙ юл. Йәй 2.0» ҡала акцияһы сиктәрендә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторола. 5 июндән 10 июлгә тиклем барасаҡ бәйге хәүефһеҙ юл хәрәкәте өлкәһендә белем биреү ойошмалары уҡыусыларының әҙерлек кимәлен күтәреү, балаларҙы хәүефһеҙ юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: