+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 10:19

«Рәхмәт» акцияһына ҡушыл да беләҙек ал

Баш ҡалабыҙҙа «Рәхмәт» йәмәғәт акцияһы старт алды. Уны Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө алдынан Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы ойоштора.

25 июндән 1 июлгә тиклем көндөҙгө сәғәт 2-гә саҡлы һайларға килеүселәргә «Рәхмәт» махсус ҡағыҙ беләҙеге биреләсәк. Ул сауҙа предприятиеларында (магазиндар), көнкүреш хеҙмәтләндереү (ателье, бөҙрәхана, автосервис...), мәҙәниәт (музейҙар), спорт (фитнес-клубтар) өлкәһендә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында (медицина үҙәктәре, дарыухана) ташлама алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ беләҙеккә эйә булыусылар 1 июль көнө «Башавтотранспорт» йәмәғәт транспорты һәм электр транспорт менән бушлай йөрөү мөмкинлеге менән дә файҙалана ала. Акция менән тулыраҡ Эшҡыуарҙар союзының сайтында танышырға була.
Читайте нас: