+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 15:34

Балалар баҡсалары һөт менән тәьмин ителә

Сибайҙағы «Һөт кухняһы» балалар баҡсаларына продукцияларын сығара башланы. Был файҙалы аҙыҡтар ҡаланың 10 балалар баҡсаһында ҡулланыла.

Кескәйҙәрҙең менюһына 3,2 процент ҡуйылығында пастеризацияланған һөт индерелгән. Алдағы көндәрҙә «Һөт кухняһы» аҙыҡтары менән тәьмин ителгән балалар баҡсаһы исемлеген арттырыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа «Демография» милли проекты сиктәрендә алты етештереү производствоһы һәм 97 таратыу пункты эшләй. «Һөт кухняһы» аҙыҡтарын льготалы категорияға ҡараған 3 йәшкә тиклемге 22 меңдән ашыу бала ала. Алыҫтағы 30 ауылға алып барып таратыла. «Һөт кухняһы» һигеҙ төр продукция етештерә, киләсәктә тағы ла биш төрөн эшләй башлау планлаштырыла.
Читайте нас: