+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 16:04

Башҡортостанда сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар күбәйгән

Үткән йылдың тәүге биш айы менән сағыштырғанда быйылғы шул осорҙа республикала сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар 1,2 тапҡыр күберәк теркәлгән.

Былтыр 128 кеше сирләһә, быйыл - 165. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ әле. Яҙ көнө республикала дезинфекция саралары уҙғарыла, әммә был ғына аҙ. Һәр кем үҙе лә үлемесле ауырыуҙан һаҡланыу сараларын күрергә, баҡсала, ҡырҙа эшләгәндә, тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә шәхси гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә тейеш. Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ.
Читайте нас: