+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 13:50

Берҙәм мәктәп формаһы күпмегә төшәсәк?

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы берҙәм мәктәп формаһының күпмегә төшөүен хәбәр иттеләр. Был турала һүҙ мәғариф сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә барҙы.

Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, берҙәм мәктәп формаһы индереүҙе Башҡортостан халҡы ыңғай баһалаған. Бының менән республика Башлығы Радий Хәбиров та ризалашты.
– Атай-әсәйҙәргә баҫымһыҙ, йомшаҡ ҡына яҡынларға кәрәк. Был сифатлы һәм матур форма булыуын да аңлатыу мөһим. Идея бик һәйбәт, мин уны хуплайым, – тип билдәләне ил етәксеһе.
Бер комплект 4 мең һумға төшәсәге билдәләнде. Коллекцияны Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм республикабыҙҙың еңел сәнәғәт ассоциацияһы булдырған.
Читайте нас: