+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 16:33

Вәт маладис малай!

Силәбенән 11 йәшлек Савва Ярыгин исемле малай иҫке ҡағыҙ йыйып тапшырып, аҡсаһына балалар приюттарына футбол туптары алып бүләк итә икән. Ҡайһылай маладис!

"Мин үҙем футбол уйнарға яратам, ә бына реабилитация үҙәктәрендә, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларҙың бындай мөмкинселеге юҡ, тип уйланым да уларҙы ла туплы иткем килде", - ти малай.
Савваға иҫке ҡағыҙ йыйырға күршеләре, изге күңелле кешеләр ҙә ярҙам итә. Бер туп алыу өсөн 20 килограмм ҡағыҙ тапшырырға кәрәк. Изге күңелле, тырыш малайға "афарин!" тибеҙ.
Читайте нас: