+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 08:00

Ауырғазыла ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Ауырғазы районы Кесе Ибрай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү башлана. Уны төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә алып барыласаҡ.

Әлеге йылда уҡ Ибрай ауылы хакимиәтенә ҡараған ете ауыл заманса бинала медицина ярҙамы ала башлаясаҡ. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә санитар нормаларға һәм талаптарға яуап бирә, кәрәкле ҡоролмалар һәм ҡоралдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау һәм процедура бүлмәләре, пациенттарҙың көтөү урыны, хужалыҡ блогы ла буласаҡ. Бер юлы фельдшер, акушерка һәм килеүсе табиптар бригадаһы ла пациенттарҙы ҡабул итә аласаҡ.



Читайте нас: