Ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова әйтеүенсә, быйыл 5 мең 205 бала мәктәпте тамамлаған. Уларға БДИ тапшырыу өсөн 25 һынау үткәреү пункты әҙерләнгән.
Һандар буйынса иң популяр фәндәр – йүнәлешле математика (3 мең 395 уҡыусы), унан – йәмғиәтте өйрәнеү (1 мең 993) һәм физика (1 мең 456).
– Һәр һынау алдынан бинала дезинфекция үткәрелә. Ойоштороусылар һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланасаҡ. Имтихан пункттарына ингән урында барлыҡ ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың температураһы үлсәнә. Температураһы юғары һәм респиратор ауырыуҙары билдәләре булған ҡатнашыусылар пункттарға индерелмәй, — тине Елена Хаффазова.
Хәүефһеҙлекте баш ҡала полицейскийҙары ҡараясаҡ, ә оператив медицина ярҙамы өсөн шәфҡәт туташтары һәм табиптар яуап бирәсәк. Кинологтар махсус өйрәтелгән эттәр менән мәктәп биләмәләрен тикшерәсәк.