Әлеге проектты «Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте» төбәк ойошмаһы республика Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашыра. Ишетеү буйынса инвалидлығы булған водителдәр һәм ишара теле тәржемәсеһе-диспетчеры инвалидтарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Социаль таксила пассажирҙар айына биш тапҡыр бушлай йөрөй ала.
Ҡайҙалыр барыу өсөн бер тәүлек алдан шылтыратып, яҙылырға кәрәк. Ғаризалар иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8(347)284-55-22 и 8(963)89-41-431 телефондары буйынса ҡабул ителә. Таксила йөрөү өсөн инвалидлыҡ справкаһы ла талап ителә.
Әйткәндәй, һандарға күҙ һалһаҡ, Өфөлә I төркөм инвалидлығы булған 9 меңдән ашыу кеше бар, шул иҫәптә балалар ҙа.