Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, уҙған аҙнала урманда юғалыусылар тураһында туғыҙ хәбәр килгән."Белорет районында 24 июндә урманға киткән 28 йәшлек ирҙе эҙләү һаман да дауам итә", — тине ведомство етәксеһе. Шулай уҡ республикала йәшәүселәрҙе урманда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.