-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 10:50

Байкал күленә экологик судно ебәрелгән

Донъяның иң тәрән күле Байкалды һаҡлау өсөн "Экология" милли проекты буйынса "Байкал күлен һаҡлау" проекты тормошҡа ашырыла.

Ошо көндәрҙә унда яңы үҙйөрөшлө күп функциялы экологик судно ебәрелгән. Советтар Союзы Геройы Георгий Москалёв исемен йөрөткән танкерҙың төп тәғәйенләнеше - Байкалға эләккән нефтле, ҡалдыҡ һыуҙарҙы эшкәртеп, таҙартып сығарыу. Экологик судно һыу транспорты күп йөрөгән урындарҙа туҡталып эшләйәсәк. Ул кораблдәрҙән шыйыҡ һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итә, шулай уҡ уларҙы яғыулыҡ менән дә тәьмин итә ала.
Байкал күле өсөн махсус эшләнгән судноның оҙонлоғо - 51,5 , киңлеге - 10,2, бортының бейеклеге - 2,6 метр. Уны 7 кешенән торған экипаж хеҙмәтләндерә.

Читайте нас в